Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 2:29 - Изге Яҙма

29 Шулай булғас, ни өсөн торлағыма килтерергә бойорған ҡорбан һәм саҙаҡаларҙы һанға һуҡмайһығыҙ? Ни өсөн һин, улдарыңды Минән өҫтөн ҡуйып, халҡым Исраил килтергән бөтә ҡорбандарҙың иң яҡшы өлөшөн ашап һимереп ятаһың?»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 2:29
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Йоаштың батшалыҡ итеүенә егерме өсөнсө йыл киткәндә лә ҡаһиндар ҡорамды төҙөкләндерә башламағайны әле.


Күңелемдә яңғыраны Һинең ауаз: «Йөҙөмдө эҙләгеҙ!» – тинең. Һинең йөҙөңдө эҙләйем, Раббы,


Бер нисә ус арпа, бер нисә телем икмәк өсөн һеҙ үлергә тейеш булмағандарға – үлем, йәшәргә тейеш булмағандарға ғүмер юрап, ялғанды хуш күргән кешеләрҙе алдап, халҡым алдында Мине хурлайһығыҙ».


Раббы Хаким былай ти: «Мин ул көтөүселәргә ҡаршымын! Мин уларҙан көтөүем өсөн яуап талап итәсәкмен. Һарыҡтарымды башҡаса уларҙан көттөрмәйәсәкмен. Бүтәнсә улар үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртмаҫ. Ҡуйҙарымды уларҙың ауыҙынан ҡотҡарам, башҡаса уларға ем булмаҫтар».


– Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни?


Халҡымдың гонаһтары ҡаһиндарҙың ризығы булды, Улар кешенең яман ҡылығын теләп тора.


Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит.


Халҡымды аҙҙырған пәйғәмбәрҙәргә Раббы былай ти: «Һеҙҙе ашатҡандарға тыныслыҡ юрайһығыҙ, Туйҙырмағандарға һуғыш иғлан итәһегеҙ.


Кем атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Кем улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел.


Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.


– Яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Минән нығыраҡ ярата икән, ул шәкертем була алмай.


Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


Әммә Йешурун һимерҙе, буйһонмай башланы, Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө. Үҙен яратҡан Алланы ташланы. Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте.


Ул атаһы менән әсәһе хаҡында: «Мин улар хаҡында уйламайым», – тине. Туғандарын таныманы, балаларын белмәне, Әммә Һинең һүҙҙәреңде тотто, Һинең менән килешеүҙе һаҡланы.


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.


Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо.


Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ