26 Ул арала үҫмер Шемуил ҙурайҙы, Раббының да, халыҡтың да хөрмәтен ҡаҙана барҙы.
Йософ хужаһының күңеленә хуш килде, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йософҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы.
Мәрхәмәт менән тоғролоҡ һине ташламаһын, уларҙы мунсаҡ итеп муйыныңа таҡ, йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй –
шул саҡ үҙең дә Алла һәм кеше күҙендә мәрхәмәт табып, хөрмәт ҡаҙанырһың.
Бала иһә үҫте һәм рухи яҡтан нығына барҙы. Исраил халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүлдә йәшәне.
Бала иһә үҫте, быуынын нығытты, зирәк аҡыл тупланы һәм Алла фатихаһында булды.
Ғайса иһә үҫте, аҡыл тупланы, Алланың да, кешеләрҙең дә ихтирамын ҡаҙанды.
Мәсихкә шулай хеҙмәт иткән кеше Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана.
Ҡатын малай тапты һәм уға Шимшон тип исем ҡушты. Сабый үҫкәндән-үҫә барҙы, Раббы уны Үҙенең фатихаһынан ҡалдырманы.
Раббының хәстәрлеге менән Ханна, ауырға ҡалып, өс ул, ике ҡыҙ тапты. Шемуил иһә Раббы хозурында үҫте.
Шемуил ҙурайҙы. Раббы һәр саҡ уның менән булды һәм Шемуилдың пәйғәмбәрлек һүҙҙәренең барыһын да ғәмәлгә ашырып торҙо.