Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 2:24 - Изге Яҙма

24 Ярамай былай, уландарым! Раббы халҡы араһында таралған хәбәрҙәр яҡшы түгел.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 2:24
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған атаһының юлынан китте.


Былар барыһы ла Яровғамдың гонаһтары һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн булды. Исраил Аллаһы Раббының уға асыуы бик ҡаты ине.


Тик Йеһу Исраил Аллаһы Раббының ҡанунына бөтә йөрәктән тоғро түгел ине. Ул Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан айырылманы.


– Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан.


Ләкин һеҙ тура юлдан ҡайырылдығыҙ, Күптәрҙең ҡанун боҙоуына сәбәпсе булдығыҙ. Минең Леви менән төҙөгән килешеүемде боҙҙоғоҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр арҡаһында был донъяға ҡайғы! Аҙҙырыусы нәмәләрҙең килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!


Шулай булғас, имандаштар, арағыҙҙан Изге Рух һәм зирәк аҡыл менән һуғарылған абруйлы ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ.


намыҫта һәм хурлыҡта ла, ғәйбәт һәм абруй арҡылы ла. Беҙҙе алдаҡсы тип иҫәпләйҙәр, әммә беҙ хәҡиҡәткә таянабыҙ;


Ғәйеп тыуҙырмаҫ һәм Иблис тоҙағына эләкмәҫ өсөн, етәксенең сит кешеләр араһында ла даны яҡшы булыуы мотлаҡ.


Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килгәндәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.


Демитриус хаҡында бөтәһе лә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй, хәҡиҡәт үҙе лә уның яғында. Шулай уҡ беҙ ҙә ошо хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ, һәм һин беҙҙең шаһитлығыбыҙҙың дөрөҫ булғанын беләһең.


Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Изевел исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың.


Был йәштәрҙең Раббы алдында гонаһы бик ҙур ине, сөнки улар Раббыға килтергән ҡорбандарға хөрмәт менән ҡараманылар.


Ғәли бик ҡартайғайны инде. Ул улдарының бөтә исраилдарға нимәләр ҡылғаны, Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатындар менән йоҡлап йөрөгәне хаҡында ишетә ине.


Уларға: – Ни өсөн һеҙ ундай эштәр ҡылаһығыҙ? Бөтә халыҡтан һеҙҙең яманлыҡтарығыҙ тураһында ишетә йөрөйөм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ