23 Уларға: – Ни өсөн һеҙ ундай эштәр ҡылаһығыҙ? Бөтә халыҡтан һеҙҙең яманлыҡтарығыҙ тураһында ишетә йөрөйөм.
Атаһы иһә бер ваҡытта ла уны: «Нишләп улай итәһең?» – тип тыйманы. Авшаломдан ҡала донъяға килгән Адонияһ төҫкә-башҡа уның һымаҡ уҡ сибәр ине.
Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!
Шул арҡала яуындар туҡталды, Хатта яҙғы ямғыр яуманы, Шунда ла фәхишә һымаҡ битһеҙһең, Оят тигәнде белмәйһең.
Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.
– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙы. – Беҙ – һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек һәм, ялған илаһтарҙан арынып, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, уларҙағы бөтә нәмәне бар ҡылған тере Аллаға килеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.
Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.
Ғәли бик ҡартайғайны инде. Ул улдарының бөтә исраилдарға нимәләр ҡылғаны, Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатындар менән йоҡлап йөрөгәне хаҡында ишетә ине.
Ярамай былай, уландарым! Раббы халҡы араһында таралған хәбәрҙәр яҡшы түгел.