22 Ғәли бик ҡартайғайны инде. Ул улдарының бөтә исраилдарға нимәләр ҡылғаны, Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатындар менән йоҡлап йөрөгәне хаҡында ишетә ине.
Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине.
Бына Яҡуп ғаиләһенең тарихы. Йософҡа ун ете йәш ине. Ул үҙенең ағалары – атаһының ҡатындары Билһа һәм Зилпанан тыуған ағалары менән көтөү көттө, уларҙы аталарына гел ошаҡлап торҙо.
Ул шулай уҡ Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар бүләк иткән баҡыр көҙгөнән йыуынғыс һәм уның таяуын эшләне.
Ҡаһиндары Минең ҡанунымды боҙҙо, изге әйберҙәремде нәжесләне, хәрәм менән хәләлде айырманы, пак менән нәжес араһындағы айырманы өйрәтмәне, Минең шәмбе көндәремде һанға һуҡманы, һәм Мин улар араһында бысрандым.
Уларға: – Ни өсөн һеҙ ундай эштәр ҡылаһығыҙ? Бөтә халыҡтан һеҙҙең яманлыҡтарығыҙ тураһында ишетә йөрөйөм.
Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде.
Үҙе ҡартайғас, Шемуил Исраилға хаким итеп улдарын ҡуйҙы.