2 Изгелектә Раббыға тиңе юҡ, Эйе, Һинең кеүек һис кем юҡ, йә Раббы! Аллабыҙ кеүек һыйыныр ҡаябыҙ юҡ.
Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, Ҡурсалаусым, һыйынысым, Һин мине залимдарҙың ҡулынан йолоп алдың!
Раббынан башҡа тағы ла алла бармы? Аллабыҙҙан башҡа бармы һыйыныр ҡаябыҙ?
Раббы Хакимым, Һин ҡөҙрәтлеһең, Һиңә тиң булырлыҡ һис кем юҡтыр, Һинән башҡа һис бер илаһ юҡтыр! Беҙ быны үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп торабыҙ.
– Эй Исраил Аллаһы Раббы! Юғарыла – күктә лә, түбәндә – ерҙә лә Һиңә тиң булырлыҡ башҡа бер алла ла юҡ, – тине. – Һиңә бөтөн булмышы менән бирелеп, хаҡ юлыңдан йөрөгән ҡолдарыңа мәрхәмәтлеһең, улар менән төҙөгән килешеүгә тоғроһоң.
Бүләктәрен ул мохтаждарға мул өләшер; Изгелеге уның мәңгелек, Данға күмелеп башын юғары сөйөр.
Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй, Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен.
Данлы исеме мәңге мөбәрәк булһын, Бар донъя Уның шөһрәте менән тулһын! Амин! Амин!
Тауҙар халыҡҡа бәрәкәт килтерһен, Ҡалҡыулыҡтар хаҡлыҡ еткерһен!
Кешеләрҙе ташҡындай йыуып ташлайһың, Улар – тик төш; бары үлән һымаҡ: Иртән шытып сыға, сәскә ата, Кискә һулып төшә, ҡороп ҡата.
Енәйәттәребеҙҙе алдыңа һалдың, Йәшерен гонаһтарыбыҙҙың барыһын Йөҙөңдөң яҡтыһына сығарҙың.
Белегеҙ, Раббы Ул – Алла. Ул яратты беҙҙе. Беҙ – Уныҡы, Уның халҡы, Уның көтөүендәге ҡуйҙар беҙ.
Раббы игелекле, Уның тоғро мөхәббәте – мәңгелек, Тоғролоғо – быуындан-быуынға күсә.
Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?
Алланы кемгә оҡшатырһығыҙ? Уны нимә менән сағыштырырһығыҙ?
Исраил Батшаһы Раббы, уны Йолоп алыусы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин – беренсе һәм дә һуңғыһымын, Минән башҡа алла юҡ!
Дәһшәткә төшмәгеҙ, ҡурҡмағыҙ: Мин быларҙы борондан уҡ һеҙгә белдермәнемме ни? Һеҙ – Минең шаһиттарым. Минән башҡа алла бармы? Башҡа Ҡая юҡ; Мин бүтәнде белмәйем!»
Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.
Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!»
Эй Раббы, Һиңә тиңе юҡ! Һин бөйөкһөң, Һинең исемең оло һәм ҡөҙрәтле.
Мин Аллағыҙ Раббымын. Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ һәм изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ниндәй ҙә булһа йәнлек менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.
Сөнки Аллағыҙ булыр өсөн һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Раббы Мин. Изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен.
– Бөтә Исраил йәмғиәтенә иғлан ит, әйт уларға: изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббы изгемен.
Изге Яҙмалағы бөтә нәмә, беҙ унан ала торған сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын тип, нәсихәт биреү өсөн яҙылған.
Раббы кемдең гонаһын иҫәпкә алмаған, шул бәхетле».
«Хакимыбыҙ Раббы, ҡолоңа Үҙ бөйөклөгөңдө һәм ҡулыңдың ҡөҙрәтен күрһәтә башланың. Күктә һәм ерҙә Һин ҡылған эштәрҙе һәм ҡөҙрәтле ғәмәлдәрҙе башҡара алған тағын ниндәй илаһ бар һуң?
„Уларҙан Мин йөҙ йәшерәм, – тине. – Һәм күрермен: нисек булыр ахырҙары. Сөнки улар аҙғын быуын, Тоғролоҡто белмәгән балалар.
Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.
Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.
Былар һеҙгә фәҡәт Раббының ғына Алла булыуын һәм Унан башҡаһы юҡ икәнен белдерер өсөн күрһәтелде.
Шуға күрә бөгөн Раббының юғарыла – күктә һәм түбәндә – ерҙә Алла икәнен, Унан башҡаһы юҡлығын бел һәм күңелеңә һалып ҡуй.
Изге Яҙмала: «Изге булығыҙ, сөнки Мин изге», – тип әйтелгән.