Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 2:18 - Изге Яҙма

18 Үҫмер Шемуил иһә, етен эфод кейеп, Раббыға хеҙмәт итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 2:18
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Етен эфод кейгән Дауыт Раббы алдында әҫәрләнеп бейене.


Дауыт та, һандыҡты күтәреп барған левиҙәр, йырсылар ҙа, йырсыларҙың башлығы Кенанъяһ та йоҡа етендән тегелгән кейемдәрҙә була. Дауыт өҫтөнә етен эфод кейгән була.


Улар түшлек, эфод, ябынса, биҙәкләп туҡылған күлдәк, сәллә һәм билғау әҙерләһен. Ағайың Һарун менән уның улдары Минең ҡаһиндарым булһын өсөн изге кейем был.


Һарунға күлдәк кейҙерҙе, билен быуҙы, ябынса кейҙерҙе, эфод һалды, эфодтың биҙәлгән билғауы менән быуҙы ла, эфодты нығытып ҡуйҙы.


Эфод йөрөтөүсе Ахияһ та улар араһында ине. Ул – Ихаводтың туғаны Ахитувтың улы. Ихавод иһә элек Шилола Раббының ҡаһины булған Ғәлиҙең улы Пинхастан тыуғайны. Халыҡ Йонаҫандың киткәнен белмәне.


Әлҡана Рамаға, өйөнә, ҡайтып китте. Бәләкәй Шемуил Ғәли ҡаһин янында Раббыға хеҙмәт итергә ҡалды.


Ҡорбан усағыма күтәрелһен, хуш еҫ төтәтһен, эфод кейеп алдымда йөрөһөн тип, Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан бары ата-бабаңды Үҙемә ҡаһин итеп һайлап алдым, Исраил халҡы биргән бөтә ҡорбандарҙан атаң нәҫеленә өлөш бирҙем.


Шунда батша Доегҡа: – Бар, ҡаһиндарҙы һин үлтер! – тип бойорҙо. Эдом кешеһе Доег барып ҡаһиндарҙы үлтерҙе. Был көндө ул етен эфод кейгән һикһән биш кешенең йәнен ҡыйҙы.


Үҫмер Шемуил Ғәлиҙең ҡулы аҫтында Раббыға хеҙмәт итте. Ул осорҙа Раббының һүҙе һирәк килә, илаһи күренмештәр ҙә йыш түгел ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ