15 Был ғына ла етмәй, ҡаһиндың хеҙмәтсеһе эс майын яндырғанға тиклем үк килеп, ҡорбан килтергән кешегә: – Ҡаһинға ҡурырға ит бир. Ул һинән бешкән ит алмаҫ, сейен бир, – тиер ине.
Был итте сей көйө йә һыуҙа бешереп түгел, башы-тояҡтары һәм эске ағзалары менән бергә утта ҡурып ашағыҙ.
Ҡаһин уларҙың бөтәһен дә ҡорбан усағында яндырһын. Был ризыҡ – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Бөтә май – Раббыныҡы.
Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай.
Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.
Был кешеләр – һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғырһыҙ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған көҙгө ағастар.
уны ҡаҙанғамы, кәстрүлгәме, табағамы, көршәккәме тыға, сәнскегә нимә эләгеп сыға, шуны ҡаһин өсөн ала. Улар Шилоға килгән бөтә исраилдар менән дә шулай ҡылана торғайны.
Ҡорбан килтереүсе: – Тәүҙә эс майы яндырылһын, шунан теләгәнеңсә алырһың, – тип әйтһә, хеҙмәтсе: – Юҡ, хәҙер үк бир, юғиһә тартып алам, – тип яуап ҡайтара торғайны.