14 уны ҡаҙанғамы, кәстрүлгәме, табағамы, көршәккәме тыға, сәнскегә нимә эләгеп сыға, шуны ҡаһин өсөн ала. Улар Шилоға килгән бөтә исраилдар менән дә шулай ҡылана торғайны.
Туя белмәгән ҡомһоҙ эттәргә оҡшаш улар; Аҡылын юйған көтөүселәр: Һәр кем үҙ яғын ҡайыра, Һәр береһе үҙ файҙаһын көҫәй.
Исраил халҡының татыулыҡ ҡорбандарынан күтәреп һелкетелгән түш итен һәм саҙаҡа итеп килтерелгән ботто алам да Һарун ҡаһин менән уның улдарына Исраил халҡынан мәңгелек өлөш итеп бирәм.
Һеҙ халҡымдың итен ашайһығыҙ: Тиреһен һыҙыраһығыҙ, Һөйәген ватҡылайһығыҙ; Ҡаҙанда бешерергә, Табала ҡыҙҙырырға йыйынған һымаҡ, Итен тураҡлайһығыҙ.
Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.
үҙҙәренең халыҡ алдындағы ҡаһинлыҡ бурыстарын бар тип тә белмәне. Берәйһе ҡорбан салһа, ит бешкән арала ҡаһиндың хеҙмәтсеһе ҡулына өс тешле сәнске тотоп килә лә
Был ғына ла етмәй, ҡаһиндың хеҙмәтсеһе эс майын яндырғанға тиклем үк килеп, ҡорбан килтергән кешегә: – Ҡаһинға ҡурырға ит бир. Ул һинән бешкән ит алмаҫ, сейен бир, – тиер ине.
Шулай булғас, ни өсөн торлағыма килтерергә бойорған ҡорбан һәм саҙаҡаларҙы һанға һуҡмайһығыҙ? Ни өсөн һин, улдарыңды Минән өҫтөн ҡуйып, халҡым Исраил килтергән бөтә ҡорбандарҙың иң яҡшы өлөшөн ашап һимереп ятаһың?»