10 Раббы ҡаршы торғандарҙы тар-мар итер, Уларға күк дөһөрләтеп ябырылыр. Раббы ерҙең һәр тарафын хөкөм ҡылыр, Үҙ батшаһына ҡеүәт бирер, Мәсихенә бөйөк көс күндерер».
Күктәрҙән күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды,
Ул Минең исемемә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын.
Инде ҡолом Дауытҡа былай тип әйт: Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә шулай ти: «Мин һине, һарыҡ көтөп йөрөгән ереңдән алып, Үҙ халҡым Исраилдың юлбашсыһы итеп ҡуйҙым.
Шул сағында Мин һине маҡтармын, Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен.
Ул халҡына бөйөк ҡеүәт бирҙе, Уға тоғро бәндәләр барыһы, Ғәзиз халҡы Исраил Уны данлаһын. Раббыны данлағыҙ!
Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы.
Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».
Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың; Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың».
Еңеү яулатып дан ҡаҙандырҙың, Дәрәжә, бөйөклөк менән бүләкләнең.
Һин мәңге уны фатихалайһың, Хозурыңдағы һөйөнөскә сорнайһың.
Йырсылар етәксеһенә: «Таң боланы» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.
Сүллекте тетрәтә Раббының ауазы, Ҡадеш сүлен дер һелкетә Раббы.
Ҡәүемдәр шаулашыр, батшалыҡтар тетрәнер, Алла тауышын яңғыратыр ҙа ер иреп киткәндәй булыр.
Аллабыҙ Хаким беҙҙән ҡәнәғәт ҡалһын. Ҡулыбыҙҙың эшен емешле ит. Эйе, ҡулдарыбыҙҙың ғәмәлен уңышлы ит.
Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!
Йә Раббы! Һинең уң ҡулың көсө менән дан ҡаҙанды. Йә Раббы! Һинең уң ҡулың дошмандарҙың юлын киҫте.
Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.
Алла һәр бер эште, һәр йәшерен ғәмәлде – яҡшыһын да, яманын да – Үҙенең хөкөмө алдына ҡуя.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп, гөрһөлдәтеп, Дауыл һәм ҡойон уйнатып, Ялмап йотор ялҡын менән һинең яныңа килер.
Шулай булыр: батша хаҡлыҡта хакимлыҡ ҡылыр, Түрәләр ғәҙеллек менән етәкселек итер.
Минең хаҡта былай тиерҙәр: „Хаҡлыҡ менән ҡеүәт бары тик Раббыла ғына“». Уға ҡаршы асыу һаҡлағандар, Алдына килеп, оятҡа ҡалып торор.
Ул көндә Мин Исраил халҡын көслө итәм һәм уларҙың араһында һинең телеңде асам. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер».
Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.
Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.
Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған Ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе.
Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.
Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.
Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште.
сөнки тәндә саҡта ҡылған яҡшы йә яман эштәребеҙгә ҡарата һәр кем үҙенә тейеште алһын өсөн, бөтәбеҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.
Эй Раббым! Дошмандарың барыһы Ошо рәүешле ҡырылһын! Ә Һине яратҡандар көскә тулышып Ҡалҡып килгән ҡояш һымаҡ булһын!» Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты.
Шулай итеп, бына үҙегеҙ һайлаған, үҙегеҙ теләгән батша! Бына, Раббы һеҙҙең өҫтән батша ҡуйҙы.
Әле бойҙай урағы ваҡыты түгелме? Күк күкрәтһен, ямғыр яуҙырһын, тип Раббыға ялбарасаҡмын. Үҙегеҙгә батша һорауығыҙҙың Раббы күҙендә ниндәй ҙур золом икәнен аңларһығыҙ һәм күрерһегеҙ.
Шемуил Раббыға мөрәжәғәт итте һәм Раббы ул көндө күк күкрәтеп ямғыр яуҙырҙы. Бөтә халыҡ Раббынан да, Шемуилдан да бик ҡурҡты.
Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен.
– Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. –
Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.
Шемуил тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарған ваҡытта, пелештиҙәр исраилдарға һөжүм итмәк булып яҡынлашты. Әммә Раббы ул көндө ҡеүәтле ауаз менән гөрһөлдәп пелештиҙәрҙең ҡотон алды. Улар Исраил яугирҙәре тарафынан тар-мар ителде.