Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 19:7 - Изге Яҙма

7 Йонаҫан, Дауытты саҡырып, ошоларҙың барыһын да һөйләп бирҙе. Шунан ул Дауытты Шаулға алып барҙы. Бынан һуң Дауыт элекке кеүек батшаға хеҙмәтен дауам итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 19:7
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине.


Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Аллаң Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.


Ләкин Муса Раббыға: – Эй бөйөк Хакимым! Телгә шәп түгелмен мин. Элек тә телгә оҫталығым юҡ ине, әле Һин мин ҡолоң менән һөйләшкәндә лә килешле итеп һөйләй белмәйем. Мин тотлоғам, һаҡаумын, – тип ялбарҙы.


Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.


Дауыт килеп, Шаулға хеҙмәт итә башланы. Батша уны бик оҡшатты, үҙенә ҡорал йөрөтөүсе итеп тәғәйенләне.


Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.


Шуға күрә Шаул Дауытты үҙенән йыраҡлаштырҙы. Уны мең башы итеп ҡуйҙы. Дауыт гел ғәскәрҙәрҙе һуғыштарға алып йөрөнө.


Ул көндө Шаул Дауытты үҙенә алды, атаһының йортона ҡайтырға рөхсәт итмәне.


Шаул Йонаҫандың әйткәндәрен тыңлап торҙо ла: – Тере Раббы шаһит! Дауыт үлтерелмәйәсәк! – тип ант итте.


Шул арала тағы һуғыш башланды. Дауыт, яуға сығып, пелештиҙәр менән алышты һәм уларҙы ҡыйратып ташланы. Улар ҡасып китергә мәжбүр булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ