Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 19:5 - Изге Яҙма

5 Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 19:5
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әлғазар ныҡ торҙо; ҡулы хәлһеҙләнеп, усы ҡылысына йәбешкәнсе пелештиҙәрҙе ҡырҙы. Раббы ул көндә исраилдарға оло еңеү насип итте. Кире боролоп килгән ғәскәр Әлғазар артынан мәйеттәрҙең әйберен йыйып ҡына йөрөнө.


был яугирҙәр баҫыу уртаһына тороп ала ла ошо ерҙе һаҡлап ҡала һәм пелештиҙәрҙе тар-мар итә – Раббы исраилдарҙы оло еңеүгә өлгәштерә.


Шунан һуң ошо өсәү, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килә. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәй, Раббы ризалығына тип ергә түгә.


Раббы Хаким – һинең уң яғыңда; Яза көнөндә Ул батшаларҙы ҡырыр,


Һинең тоғро мөхәббәтең күҙ алдымда, Мин Һиңә һәр саҡ тоғромон.


«Әһә, әһә!» – тиеп мине үсәгәндәр Оятҡа ҡалып, артҡа боролһон!


Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!


Тик шуны белегеҙ: әгәр ҙә мине үлтерһәгеҙ, һеҙ ҙә, был ҡала ла, унда йәшәүсе кешеләр ҙә гонаһһыҙ ҡанды ҡойоуҙа ғәйепле буласаҡ. Сөнки бөтә ошо һүҙҙәрҙе ҡолағығыҙға төшөрөр өсөн мине ысынлап та һеҙгә Раббы Үҙе ебәрҙе.


Пилатос, бер нимә лә ярҙам итмәгәнен, киреһенсә, сыуалыш башланыу ихтималын күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы ла: – Был Кешенең түгелгән ҡаны өсөн мин ғәйепле түгелмен, быға һеҙ яуаплы! – тине.


– Ғәйепһеҙ кешегә хыянат итеп, гонаһ ҡылдым, – тине. – Беҙгә нимә? Был һинең эшең, – тинеләр уға.


Әммә уларҙың ҡанунында «Улар Мине һис бер юҡҡа күрә алманы» тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн шулай булды.


Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.


Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.


Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.


Һеҙҙән миңә ярҙам булмаясағын аңлап, мин үҙ ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙым, ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа күтәрелдем. Раббы уларҙы минең ҡулға тапшырҙы. Ниңә әле һеҙ минең менән яғалашырға килдегеҙ? – тине Ифтах уларға.


Атайым һеҙҙең өсөн яу сапты, ғүмерен аяманы, һеҙҙе мидйәндәр ҡулынан ҡотҡарҙы.


Ләкин Шаул: – Бөгөн берәүҙең дә йәне ҡыйылырға тейеш түгел, – тип яуапланы. – Сөнки Раббы бөгөн Исраилға ҡотолоу бирҙе.


Әммә халыҡ Шаулға: – Исраилға был бөйөк еңеүҙе яулаған Йонаҫан үлһенме ни? – тип ҡаршы төштө. – Тере Раббы шаһит: Йонаҫандың башынан бер сәс бөртөгө лә ергә төшмәҫ. Сөнки бөгөн ул Алланың ярҙамы менән эш итте. Шулай итеп, халыҡ Йонаҫанды үлемдән йолоп алып ҡалды.


Шаул Йонаҫандың әйткәндәрен тыңлап торҙо ла: – Тере Раббы шаһит! Дауыт үлтерелмәйәсәк! – тип ант итте.


– Ниңә уны үлтерергә? Ни эшләгән ул? – тип ҡаршы төштө Йонаҫан атаһы Шаулға.


Ахимәләх батшаға: – Бөтөн ярандарың араһында һиңә Дауыт кеүек тоғро, бирелгән берәйһе бармы? – тип яуап ҡайтарҙы. – Дауыт һинең кейәүең, һаҡсыларыңдың башлығы, өйөңдә хөрмәтле.


Ҡатын Шаулдың эргәһенә килде. Батшаның ҡото осҡанын күреп: – Мин ҡолоң әйткәнеңде тыңланым һәм, ғүмеремде хәүеф аҫтына ҡуйып, әмереңде үтәнем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ