3 Ә мин атайым менән ҡырға сығырмын да, йәшенгән ереңә барып, уның менән һинең турала һөйләшермен. Берәй хәбәр ишетһәм, һиңә еткерермен.
Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек; туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған.
– Атайым Шаул һине һәләк итергә форсат эҙләй, – тип хәбәр итте ул дуҫына. – Иртәгә иртәнсәк һаҡ бул, берәй ышаныслы урынға йәшен.
Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын.
– Булыуы мөмкин түгел! – тип яуапланы Йонаҫан. – Әгәр атайымдың уйында яуызлыҡ икәнен ысынлап та белһәм, һиңә әйтмәй ҡаламмы һуң?