21 Был хаҡта Шаулға еткерҙеләр. Ул бүтән хеҙмәтселәрен ебәрҙе. Тик улары ла пәйғәмбәрлек итергә тотондо. Шаулдың өсөнсө тапҡыр ебәргән кешеләре лә пәйғәмбәрлек итергә кереште.
Иҫәрҙе ашлыҡ менән бергә килегә һалып төйһәң дә, уны иҫәрлегенән айырып алып булмай.
«Куш кешеһе – тәненең төҫөн, Ҡаплан үҙенең тиреһендәге таптарҙы үҙгәртә алырмы? Шуның кеүек, яуызлыҡ ҡылырға ғәҙәтләнгәс, Һеҙ ҙә яҡшылыҡ эшләй алмайһығыҙ.
Бынан һуң Мин барлыҡ кешеләргә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер, Ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер, Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер.
Батша үҙенең хеҙмәтселәрен Дауытты тоторға ебәрҙе. Ҡараһалар, Шемуил етәкселегендә бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙең пәйғәмбәрлек иткәнен күрҙеләр. Шул саҡ Раббы рухы Шаулдың кешеләренә иңде, улар ҙа пәйғәмбәрлек итә башланы.
Шаул Рамаға үҙе юлланды. Сехуҙағы ҙур һыу соҡоро янына барып еткәс: – Шемуил менән Дауыт ҡайҙа? – тип һораны. – Рамалағы Найоҫта, – тинеләр.