2 – Атайым Шаул һине һәләк итергә форсат эҙләй, – тип хәбәр итте ул дуҫына. – Иртәгә иртәнсәк һаҡ бул, берәй ышаныслы урынға йәшен.
Һин йөрәгемә текәлдең, Төндә килеп мине һынаның, Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алманың, Ауыҙымдан гонаһ һүҙ сыҡмай минең.
Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек; туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған.
Паулустың һеңлеһенең улы, уларҙың яуыз ниәт ҡороуҙары тураһында ишетеп, нығытмаға барып, быны Паулусҡа еткерҙе.
Уны үлтереү өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәттеләр. Әммә Шаул уларҙың был ниәтен белеп алды.
Шаул улы Йонаҫан һәм ярандары менән Дауытты үлтереү тураһында һөйләште. Йонаҫан иһә Дауытты ифрат ярата ине.
Ә мин атайым менән ҡырға сығырмын да, йәшенгән ереңә барып, уның менән һинең турала һөйләшермен. Берәй хәбәр ишетһәм, һиңә еткерермен.
– Был булмаясаҡ! Һин үлмәйәсәкһең, – тине Йонаҫан. – Атайым миңә белдермәйенсә ҙур эшкә лә, бәләкәй эшкә лә тотонмай. Нишләп ул был ниәтен минән йәшерһен? Улай булмаясаҡ!
– Ҡара, иртәгә Яңы ай байрамы, – тине Дауыт Йонаҫанға. – Мин батша менән бер табында ултырырға тейешмен. Ләкин һин мине ебәрһәң, мин иртәгәнән һуңға кискә тиклем ҡырҙа йәшенеп торор инем.