17 Шаул Михәлдән: – Нишләп мине алданың, ә дошманымды ҡасырып ебәрҙең? – тип һораны. – Ул миңә: «Ебәр, юғиһә, мин һине үлтерәм», тине, – тип яуапланы Михәл.
Авшаломдың кешеләре был өйгә ҡатындың янына килделәр ҙә: – Ахимағас менән Йонаҫан ҡайҙа? – тип һоранылар. – Улар шишмә аша сығып китте, – тип яуапланы ҡатын. Тегеләр эҙләштереп ҡараны ла, бер ни ҙә тапмағас, Йәрүсәлимгә ҡайтып китте.
Авнер тағы Ғасаһилға: – Эҙәрләмә мине, юғиһә ергә йығып һалам, тик мин унан һуң ағайың Йоав күҙенә нисек ҡарармын?
– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.
Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.
Һеҙгә хәҡиҡәт асҡаным өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә?
Шаул ебәргән хеҙмәтселәр Дауытты тоторға килгәс, Михәл: – Ул ауырый, – тине.
Хеҙмәтселәр килде. Ҡараһалар: түшәктә һын, ә башы урынында – кәзә дебетенән кейеҙ.
Шунан эргәһендә торған йәнһаҡсыларына: – Барығыҙ, Раббының ҡаһиндарын үлтереп ташлағыҙ! Улар ҙа Дауыт менән бер һүҙле. Уның ҡасҡанын белә тороп, миңә хәбәр итмәгәндәр, – тип әмер бирҙе. Әммә батшаның хеҙмәтселәре Раббының ҡаһиндарына ҡул күтәрергә баҙнат итмәне.
Ҡатын, Шемуилды күргәс, ҡысҡырып ебәрҙе. – Нишләп мине алданың? Һин бит Шаул! – тине.