12 уны тәҙрәнән төшөрөп ебәрҙе һәм Дауыт ҡасып ҡотолдо.
Авшаломдың кешеләре был өйгә ҡатындың янына килделәр ҙә: – Ахимағас менән Йонаҫан ҡайҙа? – тип һоранылар. – Улар шишмә аша сығып китте, – тип яуапланы ҡатын. Тегеләр эҙләштереп ҡараны ла, бер ни ҙә тапмағас, Йәрүсәлимгә ҡайтып китте.
Бинахаҡҡа мине дошман күргәндәр, Ғәйепһеҙҙән миңә нәфрәт тотҡандар, Бер-береһенә күҙ ҡыҫып, тантана итә алмаһын.
Шунан һуң Рахав уларға үҙ тәҙрәһенән бау буйлап төшөргә ярҙам итте, сөнки уның өйө ҡала диуарында урынлашҡайны.
Шаулдың Йонаҫан, Йишви һәм Малкишуағ тигән улдары булды. Йәнә ике ҡыҙы булып, олоһоноң исеме Мерав, ә кесеһе Михәл ине.