10 Шаул һөңгөһө менән Дауытты диуарға ҡаҙаҡлап ҡуйырға уҡталды, әммә Дауыт тайшанып өлгөрҙө. Һөңгө диуарға барып сәнселде, ә Дауыт ҡасып китте һәм ул кисте ҡотолоп ҡалды.
Бинахаҡҡа мине дошман күргәндәр, Ғәйепһеҙҙән миңә нәфрәт тотҡандар, Бер-береһенә күҙ ҡыҫып, тантана итә алмаһын.
сөнки улар ҡан ҡойорға ашыға, аяҡтары яманлыҡҡа табан саба.
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ; Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде Үҙең ғәйеплегә сығарырһың. Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул: Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы.
Раббы былай ти: «Эй Әфраим, һине нимә эшләтәйем? Йәһүҙә, һинең менән ни ҡылайым? Һеҙҙең тоғролоҡ бит – таңғы томан, Иртән юҡҡа сыҡҡан ысыҡ һымаҡ.
Бер ҡалала эҙәрләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Исраилдың бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.
Әммә Ғайса, халыҡ араһынан үтеп, үҙ юлы менән китеп барҙы.
Улар Ғайсаны тағы эләктерергә тырыштылар, әммә Ул ҡулдарынан ысҡынып китеп барҙы.
ҡоторонҡо утты һүндерә, ҡылыстарҙан ҡотола. Уларҙың көсһөҙлөгө көскә әйләнә, һуғышта улар ҡеүәтле була һәм сит ил ғәскәрҙәрен ҡасырға мәжбүр итә.
Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.
Шаул: «Дауытты диуарға ҡаҙаҡлап ҡуям», – тип һөңгөһөн ырғытты, әммә егет ике тапҡыр унан тайшанып ҡалды.
Шаул Йонаҫандың әйткәндәрен тыңлап торҙо ла: – Тере Раббы шаһит! Дауыт үлтерелмәйәсәк! – тип ант итте.
Шаул, үлтерергә теләп, улына һөңгөһөн ырғытты. Йонаҫан атаһының ысынлап та Дауытты һәләк итергә ниәтләгәнен аңланы.