1 Шаул улы Йонаҫан һәм ярандары менән Дауытты үлтереү тураһында һөйләште. Йонаҫан иһә Дауытты ифрат ярата ине.
Ағалары Йософтоң яҡынлашып килеүен алыҫтан уҡ күрҙе һәм уны үлтерергә һүҙ ҡуйышты.
Иш-Бошеҫтың башын Хевронға Дауыт батшаға алып киләләр ҙә былай тиҙәр: – Бына һине үлтерергә теләгән дошманың Шаул улы Иш-Бошеҫтың башы! Раббы бөгөн һин хакимыбыҙ батша өсөн дошманың Шаулдан һәм уның тоҡомонан үс алды.
Дауыт Шаул менән һөйләшеп бөткәндә, Йонаҫандың күңеле Дауыттың күңеленә яғылғайны. Йонаҫан уны үҙенең йәнеләй күреп ярата башланы.
– Дауытҡа әйтегеҙ, батша, дошмандарынан үс алыр өсөн, мәһәргә йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһенән башҡа бер нәмә лә һорамай, – тип бойорҙо Шаул. Ул шул рәүешле Дауыттың пелештиҙәр ҡулына эләгеп менән һәләк булырына өмөтләнде.
Ә Йонаҫан Дауыт менән дуҫ булырға вәғәҙәләште, сөнки уны үҙ йәнеләй яратты.
Быға Шаулдың йәне көйҙө. Һарыуы ҡайнап: «Дауытҡа ун меңде, ә миңә меңде генә бирәләр. Уның хәҙер тик батшалығы ғына юҡ», – тип уйланы.
Ошо көндән алып Шаул Дауытҡа шикләнеп ҡарай башланы.
– Атайым Шаул һине һәләк итергә форсат эҙләй, – тип хәбәр итте ул дуҫына. – Иртәгә иртәнсәк һаҡ бул, берәй ышаныслы урынға йәшен.
Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан: – Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй?
Шуға күрә иртәгәнән һуңға тиҙ генә элек йәшеренгән урынға кил, Әзәл ташы янына ултыр.