9 Ошо көндән алып Шаул Дауытҡа шикләнеп ҡарай башланы.
Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине.
Асыу – ҡаты, ярһыу – тыйғыһыҙ, әммә көнсөллөк алдында кем сыҙай алыр?
Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.
Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә тотонорға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»
зина ҡылыу, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, күңеленән сыға.
Үҙ тормошоғоҙҙа Иблискә урын ҡалдырмағыҙ.
Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.
Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.
Быға Шаулдың йәне көйҙө. Һарыуы ҡайнап: «Дауытҡа ун меңде, ә миңә меңде генә бирәләр. Уның хәҙер тик батшалығы ғына юҡ», – тип уйланы.
Шаул улы Йонаҫан һәм ярандары менән Дауытты үлтереү тураһында һөйләште. Йонаҫан иһә Дауытты ифрат ярата ине.