4 Йонаҫан, өҫтөндәге сапанын сисеп, Дауытҡа кейҙерҙе, башҡа кейемдәрен, ҡылысы менән йәйәһен, билбауын бирҙе.
Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп, Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.
Дошман яраһынан ҡан ағыҙмайынса, Хас дошмандың эсен ярмайынса, Әйләнеп тә ҡайтмай ине Йонаҫан уғы, Ҡынына ҡайтмай ине Шаул ҡылысы.
Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.
билдәренә билбау, баштарына күркәм сәллә кейгән, Халдей ерендә, Бабилда тыуып үҫкән ғәскәр башлыҡтарын хәтерләткән һүрәттәрҙе күрҙе ул.
Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяғына ҡата бирегеҙ,
Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.
Батша Дауытҡа үҙенең кейемдәрен бирҙе. Башына баҡыр торҡа, өҫтөнә баҡыр һарайта кейҙерҙе.
Шаул ҡайҙа ғына ебәрһә лә, Дауыт уңыш ҡаҙанды. Шуға күрә батша уны яугирҙәргә башлыҡ итеп ҡуйҙы. Быны барса халыҡ та, Шаулдың ярандары ла хуш күрҙе.