21 «Уға Михәлде бирермен, – тип уйланы. – Дауыт өсөн ул тоҙаҡ булыр. Әйҙә Дауыт пелештиҙәр ҡулы менән үлтерелһен». Шунан Дауытҡа: – Миңә кейәү булырға бөгөн йәнә форсатың бар, – тине.
Кешене ғәйебе өсөн әрләп тәрбиәләйһең, Көйә ашағандай, ҡәҙерле әйберҙәрен юҡ итәһең. Ысынлап та әҙәм – бары тик бер һулыш ҡына. Села
Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?
Яҡынына ялағайланған – уның аяғына тоҙаҡ һалған.
Халҡым араһында яман әҙәмдәр бар. Улар ҡош аулаусылар һымаҡ тоҙаҡ ҡоралар; Боҫоп ятып, кеше аулайҙар.
Уларҙың теле – үлемесле уҡ, Ауыҙҙарынан тик ялған һүҙҙәр сыға; Дуҫына тыштан иҫәнлек теләй, Ә эсенән генә тоҙаҡ ҡора.
Шаул Дауытҡа: – Бына минең өлкән ҡыҙым Мерав, уны һиңә ҡатынлыҡҡа бирермен. Тик һин батыр бул, Раббының һуғыштарын алып бар, – тине. Сөнки: «Дауыттың әжәле минән түгел, ә пелештиҙәр ҡулынан булһын», – тип уйланы.
Шунан ярандарына Дауытҡа сер итеп кенә: «Батша һине яҡын күрә, бөтә хеҙмәтселәр ҙә һине ярата. Батшаның кейәүе бул», – тип әйтергә бойорҙо.
Ярандары Шаулдың әйткәндәрен Дауытҡа еткерҙе. Дауыт үҙенең батша кейәүе буласағына ҡыуанды. Тәғәйенләгән ваҡыт та үтмәгәйне әле,