18 Әммә Дауыт Шаулға: – Батшаға кейәү булырға, үҙем кем дә Исраилда ғаиләм һәм атамдың нәҫел-нәсәбе кем? – тип яуап бирҙе.
Дауыт Раббы хозурына барып ултырҙы. Доға ҡылып, былай тине: – Эй Раббы Хакимым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең!
Сөләймәндең ҡыҙы Басмаҫҡа өйләнгән Ахимағас – Нафталиҙа;
– Фирғәүенгә барып, Исраил халҡын Мысырҙан алып сығырға мин кем һуң? – тип һораны Муса Алланан.
Раббынан ҡурҡыу аҡылға өйрәтә, күндәмлек данға юл аса.
Һәләкәттән алда күңел тәкәбберлеге килә, тыйнаҡлыҡ иһә үҙе артынан дан-шөһрәт эйәртә.
Мин Уға: – Эй Раббы Хаким, телгә оҫталығым юҡ бит әле, йәшмен, – тип яуап ҡайтарҙым.
Рут эйелеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Мин ни өсөн һинең күҙеңдә шулай мәрхәмәт ҡаҙандым? Сит ил кешеһе булыуыма ҡарамаҫтан, ниңә мине хәстәрләйһең? – тип һораны.
Шаулдың ярандары был һүҙҙәрҙе Дауытҡа ишеттерҙе. Дауыт уларға: – Минең кеүек бер ябай, ярлы кешегә батшаның кейәүе булыу анһат тип уйлайһығыҙмы әллә? – тип яуап бирҙе.
Шаул уға: – Мин Исраилдың иң бәләкәй ырыуы Бинйәминдән түгелме ни? – тип яуап ҡайтарҙы. – Нәҫелем дә Бинйәмин ырыуындағы нәҫелдәр араһында иң бәләкәйе. Ни өсөн миңә улай тип әйтәһең?