16 Ә бөтә Исраил менән Йәһүҙә халҡы Дауытты яратты, сөнки ул уларҙы әйҙәп һуғыштарҙа алдан йөрөнө.
Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.
Йә Раббым Аллам! Әле быуыны ла ҡатмаған, ҡайҙан инеп, ҡайҙан сығырын да белмәгән мин ҡолоңдо атайым Дауыт урынына батша итеп ҡуйҙың.
Йәһүд Мордехай дәүләттә Ахашверош батшанан ҡала икенсе кеше булды. Йәһүдтәрҙең иң бөйөгө булған, күп һанлы ырыуҙаштарының тәрән ихтирамын яулаған Мордехай үҙ халҡының именлеген ҡайғыртты, тоҡомоноң яҡлаусыһы булды.
халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.
Әммә быны нисек атҡарырға белмәнеләр, сөнки Ғайсаның һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған халыҡ Уның менән ине.
Баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре, был ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты.
Шуға күрә Шаул Дауытты үҙенән йыраҡлаштырҙы. Уны мең башы итеп ҡуйҙы. Дауыт гел ғәскәрҙәрҙе һуғыштарға алып йөрөнө.
Уның уңыштарын күреп, Шаулдың ҡурҡыуы артҡандан-артты.
Шаул ҡайҙа ғына ебәрһә лә, Дауыт уңыш ҡаҙанды. Шуға күрә батша уны яугирҙәргә башлыҡ итеп ҡуйҙы. Быны барса халыҡ та, Шаулдың ярандары ла хуш күрҙе.