І Батшалар 18:12 - Изге Яҙма12 Шаул Дауыттан ҡурҡа башланы, сөнки Раббы уның менән ине, ә Шаулды ташлағайны. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Шемуил Шаулдан: – Ниңә һин мине сығарып бимазалайһың? – тип һораны. – Бик ауыр хәлгә ҡалдым, – тип яуап ҡайтарҙы Шаул. – Пелештиҙәр миңә ҡаршы яу асты. Ә Алла миңә арты менән боролдо, пәйғәмбәрҙәр аша ла, төшөмдә лә яуап бирмәй. Шуға күрә, миңә ни эшләргә кәрәклеген өйрәтһәң ине тип, һине саҡырттым.