7 Оҙон һөңгөһөнөң һабы туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы кеүек, ә тимер башағы – алты йөҙ шекел ауырлығында. Голиаҫтың алдынан ҡалҡан йөрөтөүсеһе килә.
Рефалар нәҫеленән Йишби-Бенов тигән бер кеше – уның һөңгөһөнөң баҡыры ғына ла өс йөҙ шекел ауырлығында ине, билендәге ҡылысы ла яңы – Дауытҡа сәнсмәк булды.
Һуңынаныраҡ Говта пелештиҙәр менән тағы бер һуғыш булды. Был алышта Бейт-Ләхәмдән Яғре-Оргимдың улы Әлханан Ғаҫ кешеһе Голиаҫты үлтерҙе. Голиаҫтың һөңгө һабы туҡыу ыҫтаны таяғы оҙонлоҡ ине.
Бенаяһ йәнә буйы биш терһәк булған бер Мысыр кешеһен үлтерә. Ул мысырлының ҡулында туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы һымаҡ оҙон һөңгө була, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән бара. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыя.
Шунан һуң пелештиҙәр менән тағы бер алыш була. Шунда Яғыр улы Әлханан Ғаҫ кешеһе Голиаҫтың туғаны Лахмиҙы еңә. Лахмиҙың һөңгө һабы туҡыу ыҫтаны таяғы оҙонлоҡ була.
Пелешти ҙә Дауытҡа яҡынлашты. Ҡалҡан йөрөтөүсеһе уның алдынан килә ине.