58 Шаул: – Үҫмер, һин кемдең улы булаһың? – тип һораны. – Бейт-Ләхәмдән ҡолоң Ишайҙың улымын, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт.
Ғасаһилды Бейт-Ләхәмдә атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар. Шунан Йоав үҙенең кешеләре менән төнө буйы барып, таң атҡанда ғына Хевронға ҡайтып инде.
Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.
Дауыт Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынан Әфраҫ кешеһе Ишайҙың улы ине. Ишайҙың һигеҙ улы бар ине. Шаул батшалыҡ иткән заманда Ишай өлкән йәштә ине инде.
Әгәр атайың юҡлығымды абайлаһа: «Дауыт тыуған ҡалаһы Бейт-Ләхәмгә ҡайтырға һораны, сөнки нәҫел-нәсәбе йыллыҡ ҡорбандарын сала», – тип әйтерһең.