52 Исраил һәм Йәһүҙә яугирҙәре күтәрелеп, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша пелештиҙәрҙе Ғаҫҡа һәм Ғәҡрондың ҡапҡаларына тиклем баҫтырҙы. Шағараим юлы, Ғаҫ менән Ғәҡронға тиклем, пелештиҙәрҙең мәйете менән ҡапланды.
Әлғазар ныҡ торҙо; ҡулы хәлһеҙләнеп, усы ҡылысына йәбешкәнсе пелештиҙәрҙе ҡырҙы. Раббы ул көндә исраилдарға оло еңеү насип итте. Кире боролоп килгән ғәскәр Әлғазар артынан мәйеттәрҙең әйберен йыйып ҡына йөрөнө.
Исраил батшаһы дошмандың һыбайлыларын һәм яу арбаларын ҡырып ташланы. Арамиҙар ғәскәре ҙур юғалтыуҙарға дусар булды.
Ғәҡрон ҡалаһы урынлашҡан тауҙың төньяҡ битләүе буйлап барғас, Шиккерон яғына борола, Бағала тауын үтеп, Явнеил ҡалаһына килеп сыға һәм диңгеҙгә барып терәлә.
Нафтали, Ашер һәм бөтә Менашше ырыуынан саҡырылған исраилдар мидйәндәр артынан ҡыуа төштө.
Пелештиҙәрҙе ҡыуалағандан һуң, исраилдар кире килеп уларҙың тупламын таланы.
Бынан һуң Алла һандығын Ғәҡронға ебәрҙеләр. Алланың һандығы ҡалаға инер-инмәҫтән, Ғәҡрон халҡы: – Беҙҙе – бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтөр өсөн Исраил Аллаһының һандығын беҙгә килтергәндәр! – тип яр һалды.
Шунан хәбәр ебәреп, пелешти хакимдарын саҡырттылар ҙа: – Исраил Аллаһының һандығын нимә эшләтәйек? – тип һоранылар. Пелешти хакимдары: – Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫҡа күсерелһен, – тинеләр. Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫ ҡалаһына ебәрелде.