48 Пелешти, урынынан ҡуҙғалып, Дауытҡа яҡынлаша башлағас, Дауыт та ашығып ғәскәрҙәр яғына, уға ҡаршы йүгерҙе.
Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.
Яҡынына яҡшы һүҙҙәр һөйләй-һөйләй Күңеленән мәкер уйлаған залимдар, Ямандар менән бергә мине лә алып китмә.
Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.
Дауыт ҡулын тығып муҡсаһынан бер таш алды ла һапҡыһы менән уны һелтәп ебәрҙе. Таш пелештиҙең маңлайына барып ҡаҙалды. Пелешти йөҙтүбән ергә йығылды.