44 Яҡыныраҡ кил, – тине. – Хәҙер мин һинең үләкһәңде һауалағы ҡоштарға, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек итеп бирәм.
Айяһ ҡыҙы Риспа ҡыл туҡыма алды ла уны шул тау өҫтөндә түшәне. Ураҡҡа төшкәндән алып, күктән ямғырҙар ҡоя башлағансы, ул ошонда ҡалды. Көндөҙ мәйеттәрҙе ҡоштарҙан, ә төндә ҡыр йәнлектәренән һаҡланы.
Һәләкәттән алда күңел тәкәбберлеге килә, тыйнаҡлыҡ иһә үҙе артынан дан-шөһрәт эйәртә.
уларҙың йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына бирәм. Мәйеттәре һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек булыр.
Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.
– Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти: «Һин тәкәбберләнеп киттең: „Мин – алламын, Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында Алла тәхетендә ултырам“, – тинең. Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаһаң да, Һин алла түгел, әҙәмһең.
Шунан һуң мин ҡояшта торған бер фәрештәне күрҙем. Ул, күк йөҙө буйлап осоусы бөтә ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, көслө тауыш менән ҡысҡырҙы: – Осоп килегеҙ, Алланың бөйөк мәжлесенә йыйылығыҙ!
Шунан Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Беҙҙең янға менегеҙ! Һеҙгә бер һүҙ әйтәбеҙ, – тип ҡысҡырҙылар. Йонаҫан хеҙмәтсеһенә: – Минең арттан бар. Раббы уларҙы Исраил ҡулына бирҙе, – тине.
Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер.