42 Ике бите янып торған күркәм йөҙлө йәш егетте күреп, Голиаҫ уға мыҫҡыллы ҡараш ташланы.
– Әгәр солох төҙөшөргә килһәләр, тереләй ҡулға алығыҙ. Алыш менән килһәләр ҙә тереләй ҡулға алығыҙ! – тип бойорҙо Бен-Һадад.
Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.
Ишай кеше ебәреп, улын килтертте. Ул ике бите ҡыҙарып янып торған, матур күҙле, күркәм йөҙлө ине. Раббы Шемуилға: – Тор, уны мәсехлә, һайлаған кешем ошо, – тине.
– Һин ул пелештигә ҡаршы алышҡа сыға алмайһың, – тине Шаул. – Һин әле үҫмер генәһең, ул йәш сағынан алып һуғышсы.
Пелешти ҙә Дауытҡа яҡынлашты. Ҡалҡан йөрөтөүсеһе уның алдынан килә ине.