38 Батша Дауытҡа үҙенең кейемдәрен бирҙе. Башына баҡыр торҡа, өҫтөнә баҡыр һарайта кейҙерҙе.
Эйәрләп аттар менегеҙ, Һыбайлылар, торҡа кейегеҙ ҙә теҙелегеҙ. Һөңгө башаҡтарын үткерләгеҙ, Һарайтағыҙҙы кейегеҙ!»
Мине арыҫлан менән айыу тырнағынан ҡотҡарған Раббы был пелештиҙең ҡулынан да ҡотҡарыр. – Улайһа, бар, – тине Шаул. – Раббы һинең менән булһын.
Дауыт кейеме өҫтөнән уның ҡылысын таҡты ла арлы-бирле йөрөп ҡараны, сөнки бындай хәрби кейем кейгәне юҡ ине. Шунан Шаулға: – Былар менән йөрөй алмайым, күнекмәгәнмен, – тип уларҙы систе.
Йонаҫан, өҫтөндәге сапанын сисеп, Дауытҡа кейҙерҙе, башҡа кейемдәрен, ҡылысы менән йәйәһен, билбауын бирҙе.