34 Әммә Дауыт уға: – Мин ҡолоң атаһының ҡуйҙарын көтә, – тип яуапланы. – Арыҫлан йәки айыу килеп, көтөүҙән берәй бәрәсте урлаһа,
Малыңды йыртҡыс тамаҡлаған саҡтарҙа ла уны һиңә килтереп торманым, зыянды үҙем ҡапланым. Көндөҙ юғаламы малың, төндәме – һин минән талап иттең.
Шунан һүҙен дауам итте: – Һин үҙеңдең атайыңды ла, уның янындағы кешеләрҙе лә беләһең. Улар ысын яугирҙәр – ҡыйыуҙар, өҫтәүенә, әле улар, балаһынан айырылған инә айыу кеүек асыулылар. Атайың бит – тәжрибәле яугир, ул төндө үҙенең кешеләре янында үткәрмәҫ.
Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр ине. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыйҙы. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫлан үлтерҙе.
Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр була. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыя. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫланды үлтерә.
Һығылдыр ҙа күкте, йә Раббы, ергә төш! Ҡағыл тауҙарға, улар төтәп китерҙәр.
Таралған көтөүе араһында һарыҡтарын барлаған көтөүсе кеүек, Мин дә ҡуйҙарымды эҙләрмен. Болотло, ҡараңғы көндә таралған бөтә ерҙәрҙән уларҙы йыйып алырмын.
Раббы былай ти: «Ҡайсаҡ көтөүсе ике тояҡ йә ярты ҡолаҡ ҡына эләктереп өлгөрә – арыҫлан талаған малдан ни бары шулар ҡалған була. Ана шулай Самарияла йәшәгән исраилдарҙан да диван арҡаһы менән һике тояғы ғына тороп ҡалыр».
Ҡара, Мин илгә бер көтөүсе ҡуям: ул бәлә-ҡазаға юлыҡҡандарға ярҙам итмәҫ, аҙашҡандарҙы эҙләмәҫ, имгәнгәндәрҙе дауаламаҫ, һауҙарҙың тамағын ҡайғыртмаҫ. Һимеҙҙәренең итен ашар, хатта тояҡтарына тиклем ҡуптарып алыр.
Ауыҙҙарынан ҡанлы итте алып ташлармын, Теш араһынан хәрәм ризыҡтарын тартып алырмын. Иҫән ҡалғандары Йәһүҙәләге һәр нәҫел һымаҡ Аллабыҙҙыҡы булып һаналыр. Ғәҡрон йевусиҙәр кеүек йәшәр.
Яҡындағы яланда көтөүселәр төнөн үҙҙәренең һарыҡ көтөүен һаҡлап ята ине.
Мин – яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла.
Сыҙамлыҡтан – ныҡлыҡ, ныҡлыҡтан өмөт барлыҡҡа килә.
Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба,
Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, ә аяҡтары – айыуҙыҡы, ауыҙы арыҫландыҡы һымаҡ ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе.
Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм ул, ҡулында бер нәмәһе булмаһа ла, арыҫланды кәзә бәрәсендәй ботарлап ташланы. Был хаҡта атаһы менән әсәһенә һөйләп торманы.
Дауыт атаһының һарыҡтарын көтөр өсөн, әленән-әле Шаул янынан Бейт-Ләхәмгә ҡайтып йөрөй торғайны.
– Һин ул пелештигә ҡаршы алышҡа сыға алмайһың, – тине Шаул. – Һин әле үҫмер генәһең, ул йәш сағынан алып һуғышсы.
уның артынан барам да, һөжүм итеп, ауыҙынан тартып алам. Әгәр ҙә ул миңә ташланһа, ялынан эләктерәм дә һуғып үлтерәм.