32 – Был пелешти арҡаһында бер кем дә күңелен төшөрмәһен. Мин ҡолоң барып, уның менән алышасаҡмын, – тине Дауыт Шаулға.
Ятам да йоҡлайым, йәнә уянам – Раббы мине һаҡлай.
Ҡурҡаҡ йөрәклеләргә әйтегеҙ: «Ҡыйыу булығыҙ, ҡурҡмағыҙ! Бына һеҙҙең Аллағыҙ, Үс алыр, ҡон ҡайтарыр өсөн килә. Килер ҙә һеҙҙе ҡотҡарыр».
Уға әйт: «Абай бул, әммә борсолма, ҡурҡма! Йөрәгең был төтәп ятҡан ике торонбаш – арамиҙар батшаһы Ресин менән Ремалъяһ улының асыу утынан шөрләмәһен!
Негевтың көньяғында ғәмәлектәр, таулыҡта хиттиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр, әмөриҙәр, диңгеҙ эргәһендә һәм Иордан буйында ҡәнғәниҙәр йәшәй.
Фәҡәт Раббыға ҡаршы баш күтәрмәгеҙ. Ул ерҙәрҙең халҡынан ҡурҡмағыҙ. Беҙ уларҙы икмәк кеүек ашап бөтөрәсәкбеҙ. Яҡлаусылары уларҙы ташлап китте, ә беҙҙең менән – Раббы. Уларҙан ҡурҡмағыҙ!
Шуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм көсһөҙләнгән тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ
Шуға күрә лә теге саҡта Раббы әйткән таулы өлкәне һин миңә бир. Ул көндө ғанаҡтарҙың унда йәшәгәнен, нығытылған ҙур ҡалалары барлығын һин үҙең ишеткәйнең. Ләкин Раббы минең яҡлы булһа, мин ул ерҙе баҫып алырмын, – тине.
Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.
Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән.
Дауыттың әйткән һүҙҙәрен ишетеп, Шаулға һөйләп бирҙеләр. Ул Дауытты саҡырып алды.