І Батшалар 17:26 - Изге Яҙма26 Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң? အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.
Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ тере һәм хаҡ Аллаға хеҙмәт итеү һәм күктәрҙән Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды. Ғайса беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.