21 Исраилдар менән пелештиҙәр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы саф булып торалар ине.
Был кешенең исеме – Әлимәләх, ҡатыныныҡы – Ноғоми, ә улдарыныҡы Махлон менән Килйон ине. Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһынан, Әфраҫ ерҙәренән булған был ғаилә Моав иленә күсеп килеп, шунда төйәкләнде.
Дауыт иртәгәһенә иртүк торҙо, һарыҡтарын икенсе бер көтөүсегә ҡалдырҙы ла, әйберҙәрҙе алып, атаһы ҡушҡанса, юлға ҡуҙғалды. Ул тупламға килеп еткәндә, ғәскәрҙәр сафҡа теҙелешеп, ҡысҡырышып алышҡа әҙерләнә ине.
Дауыт әйберҙәрен ылау ҡарауылсыһына ҡалдырҙы ла сафтар яғына йүгерҙе. Ағалары янына килеп, уларҙан һаулыҡ һорашты.
Пелешти ғәскәре исраилдарға ҡаршы теҙелеп баҫты. Алыш ваҡытында исраилдар пелештиҙәрҙән еңелде. Яу яланында дүрт меңгә яҡын Исраил яугире ҡырылды.