13 Ишайҙың өлкән улдарының өсәүһе Шаул менән яуға киткәйне. Һуғышҡа киткән улдарының исемдәре былай: баш балаһы – Әлиав, икенсеһе – Авинадав, өсөнсөһө – Шамма.
Амнондың Йонадав исемле дуҫы бар ине. Ул, Дауыттың ағаһы Шимғаның улы булып, ифрат хәйләкәр ине.
Шул саҡ Дауыттың ағаһы Шимғаның улы Йонадав: – Хакимым үҙенең бөтә улдарын да үлтергәндәр икән, тип уйламаһын. Амнонды ғына үлтергәндәр. Амнон һеңлеһе Тамарҙы көсләгән көндән алып, Авшалом уны үлтерергә йыйына ине.
Шул әҙәм исраилдарҙы хурларға тотонғас, уны Йонаҫан үлтерҙе. Йонаҫан Дауыттың ағаһы Шимғиҙең улы ине.
Ишайҙың баш балаһы – Әлиав, икенсе улы – Авинадав, өсөнсөһө – Шимға,
Өлкән ағаһы Әлиавтың, Дауыттың кешеләр менән һөйләшеп торғанын ишетеп, асыуы ҡабарҙы. – Нишләп килдең бында? Ҡырҙағы аҙ ғына ҡуйҙы кемгә ышанып ҡалдырҙың? Тәкәбберлегеңде, күңелеңдең боҙоҡлоғон беләм мин. Бында һин алыш ҡарарға килгәнһең, – тип әрләп ташланы.