Тик шулай ҙа, Исраил Аллаһы Раббы атайымдың нәҫеленән нәҡ мине Исраил өҫтөнән мәңгегә батша булыр өсөн һайланы. Бөтә ырыуҙар араһынан Ул Йәһүҙәне баш ырыу итте, Йәһүҙә ырыуынан минең атайымдың нәҫелен һайланы, атайымдың йортонан мине бар Исраилға батша итеп ҡуйыуҙы хуш күрҙе.