5 – Именлек менән, – тип яуапланы Шемуил. – Раббыға ҡорбан ҡылырға килдем. Изгеләнегеҙ ҙә минең менән бергә ҡорбан ашына барығыҙ. Ул Ишай менән улдарын пакландырҙы һәм ҡорбан мәжлесенә саҡырҙы.
Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине: – Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ташлағыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ.
Хаггиҫ улы Адонияһ Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағҡа килде. – Яҡшылыҡ менән йөрөүеңме? – тип һораны Баҫ-Шевағ. – Яҡшылыҡ менән, – тип яуапланы Адонияһ.
Шул саҡ утыҙҙың башлығы Ғамасайҙы рух сорнап ала һәм ул былай ти: – Эй Дауыт, беҙ һинекеләр! Эй Ишай улы, беҙ һинең менән! Именлек һиңә, именлек! Һиңә ярҙам итеүселәр ҙә имен булһын! Һиңә ярҙам итеүсе Аллаң Үҙе бит! Шул саҡ Дауыт уларҙы ҡабул итә лә ғәскәр башлығы итеп ҡуя.
Мәжлес көндәре тамамланғас, Әйүп, балаларын саҡырып, пакланыу йолаһын атҡара. Иртән иртүк уларҙың һәр береһе өсөн тотош яндырыу ҡорбаны килтерә, сөнки: «Балаларымдың, күңелдәрендә Алланы хурлап, гонаһ ҡылған булыуҙары мөмкин», – тип фекер йөрөтә ине. Әйүп гел генә шулай эшләне.
Раббы Мусаға: – Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар,
Халыҡты йыйығыҙ, Уларҙы изге йыйынға саҡырығыҙ: Ҡарттар ҙа, балалар ҙа йыйылһын, Имсәк имгән сабыйҙар ҙа ҡалмаһын; Кейәү менән кәләш тә бүлмәләренән сыҡһын.
Раббы Хаким хозурында шым бул, Сөнки Уның көнө яҡынлаша. Раббы ҡорбан әҙерләгән инде, Ҡунаҡтары пакланыу йолаһын атҡарҙы.
Халыҡ, тегендә-бында йөрөп, уны йыя, ҡул тирмәнендә тарта йәки килелә төйә лә ҡаҙанда бешерә, йә көлсә яһай. Уның тәме зәйтүн майында бешерелгән көлсәнекенә тартым ине.
Шуға ла икмәкте ашар һәм туҫтаҡтан эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш.
Йушағ халыҡҡа бойорҙо: – Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, сөнки Раббы иртәгә һеҙҙең алда мөғжизәләр ҡыласаҡ.
Бар, халыҡты изгеләндер. Уларға әйт: «Иртәгәһе көнгә һеҙ изгеләнергә тейешһегеҙ, сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: „Эй исраилдар, һеҙҙә юҡ ителергә тейешле әйберҙәр бар. Уларҙан арынмайынса, һеҙ дошмандарға ҡаршы тора алмаясаҡһығыҙ“.
Был көндө Шаул бер нәмә лә өндәшмәне: «Моғайын, Дауыт берәй хәлгә юлыҡҡандыр. Эйе, шулайҙыр, ул үҙен нәжесләгәндер», – тип уйланы.