4 Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар.
Рәхилә вафат булды. Уны Әфраҫаға, йәғни Бейт-Ләхәмгә барған юл буйында ерләнеләр.
– Ә минең Рәхиләм, – тип дауам итте Яҡуп, – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Паддандан ҡайтып килгән саҡта Ҡәнғәндә, Әфраҫанан алыҫ түгел юлда, вафат булды. Мин уны шунда – Әфраҫа юлында ерләнем. (Әфраҫа хәҙер «Бейт-Ләхәм» тип атала.)
Шул көндө Дауыт Раббынан бик ныҡ ҡурҡты һәм: «Нисек Раббының һандығын үҙемә алып ҡайтайым?» – тине.
– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.
Хаггиҫ улы Адонияһ Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағҡа килде. – Яҡшылыҡ менән йөрөүеңме? – тип һораны Баҫ-Шевағ. – Яҡшылыҡ менән, – тип яуапланы Адонияһ.
– Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.
Улар арыҫландай ырылдаған Раббы артынан эйәрер. Раббының үкереп ебәреүе булыр – Балалары көнбайыштан тетрәнеп ҡайтыр.
Шуға һеҙҙе пәйғәмбәрҙәр һүҙе менән сапҡыланым. Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем менән үлтерҙем. Минең хаҡ хөкөмөм ҡояш һымаҡ балҡыр.
Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Бейт-Ләхәмгә – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланды, сөнки Дауыт нәҫеленән ине.
Шимғон Петрус был хәлде күреп: – Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды.
Гераса төбәгендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алды, шуның өсөн улар Ғайсаның был ерҙәрҙән китеүен һораны. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда,
Дауыт Новҡа Ахимәләх тигән ҡаһинға килде. Ахимәләх хәүефләнеп Дауытҡа ҡаршы сыҡты. – Нишләп яңғыҙың, яныңда бер кем дә юҡ? – тип һораны.