22 Ә Ишайға: «Дауыт миндә хеҙмәттә ҡалһын. Уны бик хушһындым», – тип хәбәр ебәрҙе.
– Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы.
Йософ хужаһының күңеленә хуш килде, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йософҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Иҫеңә төшөр, Раббы, Дауытты, Ул кисергән бөтә ғазаптарҙы;
Батша был үҫмерҙәргә көн һайын батша өҫтәленән ризыҡ һәм үҙе эскән шарапты бирергә бойорҙо. Өс йыл тәрбиәләгәндән һуң улар батша хозурына киләсәк ине.
Әммә ярҙамсың Нун улы Йушағ унда керер. Уны ҡеүәтлә, сөнки был ерҙе биләргә исраилдарҙы ул алып барыр.
Дауыт килеп, Шаулға хеҙмәт итә башланы. Батша уны бик оҡшатты, үҙенә ҡорал йөрөтөүсе итеп тәғәйенләне.
Шул ваҡыттан башлап, Алла ебәргән яуыз рух Шаулды биләп алғанда, Дауыт лираһын алып уйнай ҙа батшаның хәле еңеләйеп ҡалыр булды. Яман рух та унан китеп тора ине.