20 Ишай ишәккә икмәк, бер турһыҡ шарап һәм кәзә бәрәсе артмаҡлатып, улы Дауытты Шаулға оҙатты.
– Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.
Бүләк биреү кешегә юл аса, бөйөктәр алдына алып бара.
Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.
Улар, һине сәләмләп, ике икмәк бирер. Һин уларҙы алырһың.
– Һарыҡ көткән улың Дауытты миңә ебәр, – тип Шаул Ишайға сапҡын юлланы.
Ә был ун йомарлам сырҙы мең башына бирерһең. Ағайҙарыңдың хәл-әхүәлен бел, иҫән-аман йөрөгәндәрен белдергән берәй нәмә алып ҡайт.
Авигаил тиҙ генә ике йөҙ икмәк, ике турһыҡ шарап, бешерелгән биш һарыҡ, биш сеа ҡурмас, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, ике йөҙ бәйләм киптерелгән инжир алды ла уларҙы ишәктәргә артмаҡлатты.