Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 16:19 - Изге Яҙма

19 – Һарыҡ көткән улың Дауытты миңә ебәр, – тип Шаул Ишайға сапҡын юлланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 16:19
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильяс бынан китте һәм Шафат улы Ильясиғинды барып тапты. Ильясиғин ун ике пар үгеҙ егеп ер һөрөп йөрөгәндәр араһында булып, ун икенсе пар үгеҙ артынан бара ине. Ильясиғин эргәһенән үтеп барышлай, Ильяс ябынсаһын уның яурынына ябып китте.


Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.


Шунан Ишайҙан: – Улдарыңдың һәммәһе лә бындамы? – тип һораны. – Йәнә төпсөк улым бар, – тип яуап бирҙе Ишай. – Ул һарыҡ көтә. – Берәйһен ебәр, алып килһендәр, – тине Шемуил. – Ул килмәйенсә, тәғәм ейергә ултырмаясаҡбыҙ.


Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән.


Ишай ишәккә икмәк, бер турһыҡ шарап һәм кәзә бәрәсе артмаҡлатып, улы Дауытты Шаулға оҙатты.


Дауыт атаһының һарыҡтарын көтөр өсөн, әленән-әле Шаул янынан Бейт-Ләхәмгә ҡайтып йөрөй торғайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ