Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 16:18 - Изге Яҙма

18 Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 16:18
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.


Төрмә башлығы хәҙер бер нәмә тураһында ла борсолманы – сөнки Раббы Йософ менән булды, һәр эшендә уңыш ҡаҙандырҙы.


Ҡолоң Йоав бөгөнгө хәлде яҡшыға үҙгәртер өсөн уйлап тапҡайны быны. Әммә хакимым батша Алла фәрештәһе кеүек аҡыллы, ер йөҙөндә ниҙәр булғанын белеп тора.


Ул ваҡытта инде арыҫлан йөрәкле кеше лә ҡаушап төшөр, сөнки атайыңдың да, уның янындағыларҙың да ниндәй ғәйрәтле икәне бөтә Исраилға мәғлүм.


Шунан һүҙен дауам итте: – Һин үҙеңдең атайыңды ла, уның янындағы кешеләрҙе лә беләһең. Улар ысын яугирҙәр – ҡыйыуҙар, өҫтәүенә, әле улар, балаһынан айырылған инә айыу кеүек асыулылар. Атайың бит – тәжрибәле яугир, ул төндө үҙенең кешеләре янында үткәрмәҫ.


Кеше аҡылына күрә маҡталыр, боҙоҡ ниәтле – хурланыр.


«Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр. Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Ошо билдәләр бойомға ашҡас, нимә теләйһең, шуны эшлә, сөнки Алла һинең менән.


Ишай кеше ебәреп, улын килтертте. Ул ике бите ҡыҙарып янып торған, матур күҙле, күркәм йөҙлө ине. Раббы Шемуилға: – Тор, уны мәсехлә, һайлаған кешем ошо, – тине.


Шаул хеҙмәтселәренә: – Миңә лирала оҫта уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ, – тип бойорҙо.


– Һарыҡ көткән улың Дауытты миңә ебәр, – тип Шаул Ишайға сапҡын юлланы.


Дауыт Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынан Әфраҫ кешеһе Ишайҙың улы ине. Ишайҙың һигеҙ улы бар ине. Шаул батшалыҡ иткән заманда Ишай өлкән йәштә ине инде.


Шемуил ҙурайҙы. Раббы һәр саҡ уның менән булды һәм Шемуилдың пәйғәмбәрлек һүҙҙәренең барыһын да ғәмәлгә ашырып торҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ