17 Шаул хеҙмәтселәренә: – Миңә лирала оҫта уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ, – тип бойорҙо.
Хакимыбыҙ, беҙгә, һиңә хеҙмәт иткән ҡолдарыңа, әмер бир, лирала оҫта уйнаған берәй кешене эҙләйек. Алланан килгән яуыз рух иңгәндә, ул уйнар ҙа һиңә рәхәтерәк булыр.
Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән.