8 Агагты, ғәмәлектәрҙең батшаһын, тереләй эләктерҙеләр, ә бөтә халҡын, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙеләр.
Иҫән ҡалғандары Афеҡҡа, ҡала эсенә ҡасты. Әммә уларҙың өҫтөнә ҡала диуары ҡоланы һәм егерме ете мең кеше шуның аҫтында ҡалып үлде. Бен-Һадад үҙе бер өйҙән икенсе өйгә ҡасып йөрөнө.
Улар иҫән ҡалған ғәмәлектәрҙе ҡырып бөтә һәм әлегәсә шунда йәшәп ята.
Күпмелер ваҡыттан һуң, Ахашверош Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаманды үрләтеп ебәрҙе, уның урынын үҙенең хеҙмәтендәге бөтә түрәләрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйҙы.
Харам ҡылынған кешене йолом түләп алып булмай, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш.
Ботаҡтарынан һыу тамып торор, Орлоҡтары мул һыу менән һуғарылыр, Батшаһы уның Агагтан да өҫтөн булыр, Уның батшалығы юғары күтәрелер.
Батшаһы менән бергә ҡаланы, шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарҙы баҫып алып, бөтә халҡын ҡылыстан үткәрҙе – харам ҡылып, ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡырып бөттө. Йушағ Хеврон, Ливна һәм уларҙың батшалары менән ни эшләгән булһа, Девир һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләне.
Раббы ҡоло Муса әмер иткәнсә, Йушағ был батшаларҙың бөтә ҡалаларын баҫып алды һәм үҙҙәрен, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙе.
Ғай батшаһын ғына иҫән ҡалдырып, Йушағ янына килтерҙеләр.
– Мин Раббының әйткәндәрен тыңланым, – тип яуапланы Шаул. – Ҡайҙа ебәргән, шунда барҙым. Ғәмәлек батшаһы Агагты бында алып килдем, башҡа ғәмәлектәрҙе харам ҡылдым.
Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора.
Шунан ҡаһиндар ҡалаһы булған Новты тотош ҡылыстан үткәрҙе. Ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе тотош ҡырып һалды.
Өсөнсө көндө Дауыт менән кешеләре ҡайтып етте. Ул арала ғәмәлектәр Негевҡа һәм Сиҡлағҡа баҫҡынсылыҡ иткән. Ҡаланы үртәгәндәр,