Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 15:6 - Изге Яҙма

6 Шунан ҡыни ҡәүеменә: – Һеҙ бынан китегеҙ. Сығығыҙ ғәмәлектәр араһынан. Юғиһә һеҙҙе лә улар менән бергә юҡ итеүем бар. Ә бит һеҙ Исраил халҡына ул Мысырҙан сыҡҡан сағында игелек ҡылдығыҙ, – тине. Ҡыниҙар ғәмәлектәрҙән айырылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 15:6
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?


Яғбеста йәшәгән кәтип эшен башҡарыусыларҙың нәҫелдәре: тирғаҫиҙар, шимғаҫиҙар, сухаҫиҙар – былары Бейт-Рехав ҡалаһына нигеҙ һалған Хаммаҫтан таралған ҡыниҙар була.


Инде һүҙемә ҡолаҡ һал, һиңә бер кәңәш бирәм. Алла һинең менән булһын! Халыҡ өсөн Алла алдында аралашсы бул, хәлдәрҙе Аллаға еткерә бар.


Томаналыҡ менән хушлашығыҙ – йәшәрһегеҙ, зиһен күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тине.


Әйләнә-тирәлә торған бар исраилдар, быларҙың аҡырышҡанын ишетеп: – Ер беҙҙе лә йотоп ҡуймағайы, – тиешеп, ситкә ҡасты.


Күп кенә башҡа өгөт-нәсихәттәрен дә биреп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.


Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Онесифорос ғаиләһенә Раббы шәфҡәт бирһен, ул күп тапҡыр күңелемде йыуатты, төрмәлә ултырыуымдан да оялманы.


– Йәнең көҫәгән емештәрең юҡ хәҙер. Бөтә зиннәтлелегең һәм ҡупшылығың һине ташланы, улар бер ҡасан да табылмаҫ.


Мусаның ҡайныһы нәҫеленән булған ҡыниҙар Йәһүҙә ырыуының кешеләре менән бергә Хөрмәләр ҡалаһынан китеп, Йәһүҙә сүленә – Негевҡа, Ғарад еренә килде һәм унда йәшәгән халыҡ араһында төпләнде.


Шул осорҙа ҡыниҙарҙан – Мусаның ҡайныһы Ховавтың нәҫеленән – Хәвәр тигән кеше, ырыуҙаштарынан айырылып, сатырын Ҡәдәш эргәһендә, Сағананнимдағы ҙур имән төбөндә ҡорғайны.


Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Яғылға, Ҡыни ырыуынан Хәвәрҙең ҡатынына шөкөр. Сатырҙарҙа йәшәгән ҡатындар араһында Ул иң фатихалы булһын.


Шаул, ғәмәлектәр ҡалаһы янына барып, ҡороған йылға үҙәнендә туҡтаны.


Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды.


Рахал, Йерахмеил, ҡыниҙарҙың ҡалаларындағы,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ