5 Шаул, ғәмәлектәр ҡалаһы янына барып, ҡороған йылға үҙәнендә туҡтаны.
Йушағ биш меңгә яҡын яугирҙе Бейт-Ил менән Ғай араһында, ҡаланан көнбайыш тарафта боҫҡонға ҡуйҙы.
түбәндәге бойороҡ менән алға ебәрҙе: – Ҡаланан алыҫ түгел, уның арт яғында боҫҡон ҡороғоҙ ҙа бөтәгеҙ ҙә әҙер тороғоҙ.
Шаул ғәскәр йыйҙы һәм Телаим ҡалаһында уларҙы һананы. Ике йөҙ мең йәйәүле ғәскәр һәм Йәһүҙәнән ун мең кеше бар ине.
Шунан ҡыни ҡәүеменә: – Һеҙ бынан китегеҙ. Сығығыҙ ғәмәлектәр араһынан. Юғиһә һеҙҙе лә улар менән бергә юҡ итеүем бар. Ә бит һеҙ Исраил халҡына ул Мысырҙан сыҡҡан сағында игелек ҡылдығыҙ, – тине. Ҡыниҙар ғәмәлектәрҙән айырылды.