32 – Ғәмәлек батшаһы Агагты алып килегеҙ, – тине Шемуил. Бығауланған Агаг уның янына килгәндә: «Үлем әсеһе урап үткәндер», – тип өмөтләнгәйне.
Дәһшәттән ҡасҡан соҡорға төшөр, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа эләгер. Сөнки Моавтың өҫтөнә Яза йылы килтерәм, – тип белдерә Раббы. –
Шуға һеҙҙе пәйғәмбәрҙәр һүҙе менән сапҡыланым. Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем менән үлтерҙем. Минең хаҡ хөкөмөм ҡояш һымаҡ балҡыр.
Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.
– Хәҙер мәмерйә ауыҙын асығыҙ, – тип бойорҙо Йушағ. – Теге биш батшаны минең эргәмә алып килегеҙ!
Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.
Гидғон Новах менән Йогбеһаның көнсығышындағы күсмә халыҡтар юлынан барып, тупламда вайымһыҙ йөрөп ятҡан дошман ғәскәренә һөжүм итте.
Шемуил уның менән бергә кире боролдо, һәм Шаул Раббыға ғибәҙәт ҡылды.
Әммә Шемуил: – Ҡылысың ҡатындарҙы ҡайһылай балаһыҙ ҡалдырған, хәҙер әсәйең дә шулай улһыҙ ҡаласаҡ, – тип Гилгалда, Раббы ҡаршыһында, Агагты ҡылыс менән сабып үлтерҙе.