30 – Гонаһ ҡылдым, – тине Шаул. – Тик һин, исмаһам, халҡымдың аҡһаҡалдары ҡаршыһында, Исраил ҡаршыһында миңә хөрмәт күрһәт, бергә ҡайтайыҡ, Раббыға, һинең Аллаңа, ғибәҙәт ҡылайым.
– Мин Раббы алдында гонаһ ҡылдым, – тине Дауыт Наҫанға. – Раббы һине гонаһыңдан арындырҙы, һин үҙең үлмәҫһең, – тип яуап ҡайтарҙы Наҫан. –
Фирғәүен, Муса менән Һарунды саҡырып, уларға: – Был юлы гонаһ миндә булды. Раббы хаҡлы, мин үҙем дә, халҡым да ғәйеплебеҙ, – тине. –
Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына.
Ҡара, был әҙәм һауалы, ниәте яҡшы түгел; Ә тәҡүә кеше тоғро булыуы арҡаһында йәшәр.
Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.
Һеҙ бер-берегеҙҙән маҡтау алырға яратаһығыҙ, ә берҙән-бер Алланан маҡтау ҡаҙанырға тырышмайһығыҙ. Шулай булғас, нисек ышана алырһығыҙ?
Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор.
Шемуил уның менән бергә кире боролдо, һәм Шаул Раббыға ғибәҙәт ҡылды.
Бынан һуң Шаул: – Гонаһ ҡылдым, – тине. – Дауыт улым, кире ҡайт. Мин башҡаса һиңә яуызлыҡ эшләмәйәсәкмен, сөнки бөгөн йәнем һинең өсөн ғәзиз булды. Алйот булдым, бик ныҡ яңылыштым.